Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында аварияла ике кеше һәләк булды

Тулыраҡ: Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында аварияла ике кеше һәләк булды

Өфө-Белорет юлының 41-се саҡырымында ИЖ һәм Богдан машиналары бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ИЖ ҡаршы яҡ юлға сыҡҡан. Ике водитель дә урында уҡ һәләк булған. Был турала юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов та үҙ блогында яҙып сыҡты. Авария урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.