Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге «Ҡуштау» махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана. Ҡарарға Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығынан махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу өсөн ризалыҡ алғас та ҡул ҡуйылды.
Ҡуштау закон менән һаҡланасаҡ
Тулыраҡ: Ҡуштау закон менән һаҡланасаҡ