Республикала гектар көсө 27 центнерға етә

Тулыраҡ: Республикала гектар көсө 27 центнерға етә

Республикала 2 миллион 500 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынды. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 63 проценты ғына йыйылған. Гектарынан уртаса 27 центнер уңыш алына. Ете районда 100 мең тоннанан ашыу иген һуғылған. Улар – Илеш, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Благовар, Мәләүез, Ауырғазы райондары. Гектар көсө буйынса саҡмағоштарға етеүсе юҡ-46 центнер.