Республикала геморрагик биҙгәк менә ауырыусылар арта. Бөйөр синдромлы гемаррагик биҙгәк — тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Сирҙең төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноу, йүткереү, тамаҡ шешеүе күҙәтелә, ти табиптар. Сысҡан биҙгәгенең ҡотороуы тәбиғәт шарттары менән бәйле. Ҡыштың йылы килеүе, ҡарҙың аҙлығы, яҙғы осорҙа йылға-күлдәрҙең ташып аҡмауы ла сирҙең әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә. Гемаррагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртергә мөмкин. Ә бер тапҡыр был сиргә юлыҡҡан кеше ҡабаттан ауырымаясаҡ, ти табиптар. Уның организмында ауырыуға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Башҡортостан табиптары сентябрь, октябрь айҙары хәүефле осор тип иҫәпләй. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра
Тулыраҡ: Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра