Медицинаның киң мөмкинлектәре

Тулыраҡ: Медицинаның киң мөмкинлектәре

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары робот ярҙамында беренсе тапҡыр бауырға операция яһаны. Пациенттың хәле яҡшы, операция уңышлы үткән. Операция өҫтәлендә утыҙ йәшлек ҡатын. Табиптар уның бауырында һыулы шеш тапҡан. Бауырға операцияны Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары беренсе тапҡыр Да Винчи системаһы менән яһаясаҡ. Бынан алда робот ярҙамында урология, гинекология, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса операциялар яһалған. Да Винчи системаһының мөмкинлектәре бихисап. Ул 500 градусҡаса борола ала, был иһә үҙ сиратында хирургиялағы билдәле нескәлектәргә ирешергә ярҙам итә, ти табиптар.Өҫтәүенә, операция кешенең тәнендә бер нисә тишек аша ғына башҡарыла. Шуға ла кешенең хәле операциянан һуң күпкә яҡшыраҡ.Күреүегеҙсә, әле операцияның иң ҡыҙыу сағы бара. Хирургтарҙың бар иғтибары экранда. Операция яҡынса 40 минут дауам итә. Ике-өс сәғәт үткәндән һуң пациент аяғында йөрөй аласаҡ. Был робот ярҙамында эшләнелгән операцияның иң мөһим үҙенсәлектәренең береһе булып һанала.Башҡортостан халҡы өсөн робот ярҙамында операция бушлай башҡарыла. Хәҙер пациенттарға берәр-икешәр аҙна дауаханала ятырға кәрәкмәй, хәле яҡшырғас та, ул өйөнә ҡайта ала.Өфөлә робот хирургияһы үҙәге 2018-се йылда асылғайны. Ошо ваҡыт эсендә бөтәһе 943 операция яһалған. Бауырға робот ярҙамында яһалған тәүге операция уңышлы үтте. Табиптар яңы ысулды артабан киңерәк йәйелдерергә ниәтләй.