Өфөлә араҡы һәм тәмәке менән ҡанунһыҙ сауҙа итеүсе тағы ла бер келәт асыҡланды

Тулыраҡ: Өфөлә араҡы һәм тәмәке менән ҡанунһыҙ сауҙа итеүсе тағы ла бер келәт асыҡланды

Бикбай урамындағы был сауҙа нөктәһен Ырымбурҙа йәшәүсе асып ебәргән. Ул Ҡаҙағыстанда эшләнгән спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке һатҡан. Уларҙың Рәсәйгә нисек индерелгәне билдәле түгел. Һатылған араҡының бер өлөшө гаражда һаҡланған. Тағы ла мең бутылка араҡы икенсе бинала табылған. Эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.