Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡыттарының ни сәбәпле һуҙылыуы тураһында һүҙ барҙы. Өфөлә был мәсьәлә “Черемушки”, “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплекстары, “Урал” микрорайоны өсөн көнүҙәк. Андрей Назаров был объекттар буйынса етди күрһәтмәләр бирҙе. “Черемушки” торлаҡ комплексында төҙөлөш эштәрен тик кредит алған осраҡта ғына тамамларға мөмкин. “Сбербанк” етәкселеге өлөшсөләргә өҫтәмә килешеү төҙөргә тәҡдим итте.
Өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү юлдары
Тулыраҡ: Өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү юлдары