Ике аҙна газһыҙ

Тулыраҡ: Ике аҙна газһыҙ

Өфөнөң күп фатирлы йорттарҙың береһендә газды һүндергәндәр. Эргәлә төҙөлөш эштәре барғанға күрә “зәңгәр яғыулыҡ” ҡоролмалары дөрөҫ эшләмәй һәм унда йәшәүселәрҙең ғүмеренә хәүеф менән янай. Фатирындағы газды, алдан хәбәр итмәйенсә, һүндереп китеүҙәренән Ғәлиә Абҡадырова аптырашта ҡала. Икенсе төркөм инвалидының һаулығы тағы ла ҡаҡшай төшә. Газ булмағас, өйҙә йылы һыу ҙа юҡ, ашарға ла бешереп булмай. Һуғыш йылдарында ла ул хәтлем яфаланып йәшәмәнек, ти 82 йәшен тултырған пенсионер. Хәҙер электр ҡорамалдары менән генә ҡулланалар, тик көсөргәнеш ҙур, ә сымдар иҫке булғанға күрә, янғын сығыу хәүефе бар. Ысынлап та, өҫтәге ҡатта алты балалы Трофимовтар ғаиләһе йәшәй. Газды һүндергәндән алып, ашһыу бүлмәһенән сыҡҡан юҡ, ҙур ғаиләгә мультиварка ярҙамында ашарға бешереү оҙаҡ ваҡытты ала, ти хужабикә. Өфөнөң Чернышевский урамындағы 22А йортта йәшәүселәр ике аҙна инде газһыҙ. Улар әйтеүенсә, бөтә проблемалар бер-нисә метр алыҫлыҡта ғына күп ҡатлы йорт ҡалҡып сыҡҡандан һуң башланған. Газ юҡлығы бер бәлә булһа, икенсеһе — бина стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килеүе. Бының да сәбәбе эргәлә барған төҙөлөш эштәре , ти йортта йәшәүселәр. Хәҙер фатирҙарҙа тағы ла һалҡыныраҡ, өҫтәүенә, тәҙрә һәм ишектәр ҙә ябылып бөтмәй. Хатта электр йылытыҡыстар ҙа ярҙам итмәй, сараһыҙҙан өйҙә быйма кейеп йөрөргә мәжбүрбеҙ, ти Ғәлиә Абҡадырова.Был йортта йәшәүселәр араһында Ғәлиә Кәшәп ҡыҙы кеүек өлкән йәштәге кешеләр, инвалидтар һәм бәләкәй балалы ғаиләләр ҙә бар.Бындай хәл бөтөнләй килеп сыҡмаҫ ине, әгәр ҙә фатир хужалары күсенергә риза булһалар, ти идарасы компания. Асыҡланыуынса, Чернышевский урамындағы был йорт авария хәлендәге тип танылғас, уларға Шашка микрорайонында торлаҡ тәҡдим ителгән. Тик урындағы халыҡ баш тартҡан.Шуға күрә төҙөлөш компанияһы газды һүндереүҙә үҙенең ғәйебен танымай. Шулай ҙа, компанияһы проблеманы хәл итеү буйынса бөтә сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә ала. Хәҙер 16 фатирҙа ла яңы газ һәм вентиляция ҡоролмаларын алып ҡуйырға тейештәр. 1 ноябргә тиклем был эште тамамаларға вәғәҙәләйҙәр. Тик газһыҙ һәм йылы һыуһыҙ ҡалған кешеләр ике ай буйы көтөргә риза түгел, эште тиҙәйтеүҙе һорайҙар.