Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккейсылары, тренерҙар һәм клуб етәкселеге менән осрашты. Ул командаға яңы миҙгелдә уңыштар теләне. Республика Башлығы юлаевсыларға Реаспублика дәүләт наградаларын тапшырҙы. Хоккейсылар үҙ сиратында Радий Хәбировҡа теләктәшлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Команда капитаны Григорий Панин республика Башлығына хоккей формаһын бүләк итте. Башҡортостан хөкүмәте киләсәктә лә хоккейға ҙур иғтибар бүләсәк тине Радий Хәбиров.Әйткәндәй, бөгөн “Салауат Юлаев” “Торпедо” менән осраша. Юлаевсылар уны ситтә уҙғара. Матч барышын Маяҡ радиоһы аша тыңлырға мөмкин буласаҡ. Яҡташтарыбыҙ үҙ майҙанындағы серияны 13 сентябҙә Омскийҙан “Авангард” менән башлай.
Гагарин кубогы артынан, алға!
Тулыраҡ: Гагарин кубогы артынан, алға!