Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Ҡушма Штаттар ҡайһы бер донъяуи мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Владимир Путин Америка дәүләт секретары Джон Керри менән осрашты. Унда Сүриәләге конфликтты көйләү, халыҡ-ара террорға ҡаршы көрәш һәм Украиналағы хәл тикшерелде.Джон Керри әйтеүенсә, Американың Рәсәйҙе изоляциялау буйынса аныҡ сәйәсәте юҡ.

Рәсәй Төркиәгә ҡарата иҡтисади санкциялар индерергә йыйына. Бынан ары, төҙөлөш өлкәһендә, туристик хеҙмәттәр күрһәтеүгә сикләүҙәр индерелә. Бер үк ваҡытта төрөк резиденттарының дәүләт ихтыяждары өсөн һатып алыуҙа ҡатнашыуы ла тыйыласаҡ.

Союз ТМА 19М транспорт корабле Халыҡ-ара космос станцияһына барып тоташты. Корабль станцияға Рәсәй космонавты Юрий малейченко, Американан Тимоти Копра һәм Бөйөк Британиянан Тимоти Пикты алып барған.

Испаниянан опера йырсыһы Монсерат Кабалье 500 мең евро һалым түләмәгән өсөн 6 айға иркенән мәхрүм иткәндәр. Тыңлауҙар барышында ул үҙ ғәйебен таныған. Прокуратура менән килешеү буйынса, 82 йәшлек Кабалье төрмәлә ултырмаясаҡ.