Иҫ киткес уйынсыҡтар, милли стилдә тегелгән кейемдәге ҡурсаҡтар... Тик был ойошманың да тиҙҙән юҡҡа сығыуы бар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡта. Быға Русландың мөккибән китеп ҡурсаҡтар алъяпҡысы сигеүе яҡшы дәлил. Винера Хәмит ҡыҙы етәкселек иткән балалар университеты кескәйҙәр менән генә шөғөлләнмәй, ә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эш менән дә тәъмин итә. Был ижади ойошмала барлығы ун дүрт кеше эшләй. Береһенән-береһе матур, сағыу йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, әкиәт персонаждары, милли кейемдәге баш¬ҡорт ҡыҙҙары, ҡурайсы егет – былар барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Уйынсыҡтарҙы оҫта ҡуллы һәм хыялға бай кешеләр яһаған. Һәммәһе лә һоҡландырғыс оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһы менән эшләнгән.„Балалар университеты„ тип исемләнгән белем биреү ойошмаһы 1991-се йылдан эшләй. Бында уҡыусылар төрлө һөнәр үҙләштерә. Киләсәктә уларға эш табыуы ла еңеләйә, ти Винера Хәмит ҡыҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҫтә йылдар дауамында ярҙамға мохтаж кешеләргә булышлыҡ итеүсе ойошма, бөгөн үҙе киҫкен хәлдә. Ойошма балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән дә шөғөлләнә. Улар өсөн махсус йәшәү урыны тәғәйенләнгән.Был балалар йорто ҡарамағынан сыҡҡан, әммә үҙ фатирын әлегә алмаған йәштәрҙе ҡабул итергә әҙер берҙән-бер ҡунаҡхана. Тик уға ла ябылыу хәүефе янай. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бер миллион һум күләмендә бурыс йыйылған.
Балалар университетының өлкәндәр хәл итә алмаған мәсьәләһе
Тулыраҡ: Балалар университетының өлкәндәр хәл итә алмаған мәсьәләһе