Халыҡ-ара йыһан станцияһына осоусо ракеталарҙың береһенә Башҡортостан символикаһын төшөрөүҙәре ихтимал. “Роскосмос” етәксеһе Дмитрий Рогозин республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ошондай тәҡдим яһаны. Салауаттағы химия заводы. Ҡоштар осор бейеклектән был предприятие ус төбөндәгеләй күренә. Тап Башҡортостандағы завод илдә “гептил” матдәһен етештереүсе берҙән-бер ойошма. Яғыулыҡтағы был компонент йыһанға осоусо “Рокот”, “Циклон” һәм “Протон-М” кеүек ракеталарҙы ҡабыҙғанда ҡулланыла. Дәүләт корпорацияһының генераль директоры Дмитрий Рогозин Башҡортостандағы был заводта беренсегә. Осрашыуҙарҙы иртәрәк үткәрергә кәрәк булған. Сөнки, һөйләшергә темалар, билдәләр йүнәлештәр бихисап. Төп мәсьәлә – Салауаттағы заводты модернизациялау. Әле гептил етештереүсе ҡоролмаларҙы яңыртыу бара. 2014-се йылда башланған проектты йәнә ике йылдан тамамларға тейештәр. Заманса цех экологик яҡтан байтаҡҡа хәүефһеҙ. Радий Хәбиров менән Дмитрий Рогозин сеймал һәм ярым продукттарҙы һурҙырыу ҡоролмаларын, эштәр барышын ҡараны. Ә артабанғы хеҙмәттәшлек иһә кәңәшмә барышында тикшерелде. Башҡортостан Роскосмос менән фән, мәғариф өлкәһендә ныҡлы бәйләнеш булдырған. Өҫтөнлөклө тағы бер йүнәлеш – биләмәләрҙе спутник ярҙамында күҙәтеү. Роскосмос корпорацияһы иһә Башҡоростан башлығы һәм республика белгестәрен “Байконур” менән “көнсығыш” космодромдарына саҡыра. Илдең оборона-сәнәғәт тармағына ҡараған һәм 500 кеше эшләгән Салауаттағы химия заводында яңы проекттарҙың бойомға ашырылыуы ихтимал. Мәҫәлән, композит материалдар етештереү. Башҡортостандағы был предприятие сеймалы әле төҫлө металлургия, нефть химияһы кластерында, фармацевтика менән быяла эшләгәндә лә ҡулланыла.
Ракеталарҙың береһенә Башҡортостан символикаһын төшөрөүҙәре ихтимал
Тулыраҡ: Ракеталарҙың береһенә Башҡортостан символикаһын төшөрөүҙәре ихтимал