Әммә программала үҙгәрештәр бар. Хәҙер уҡыусылар ни бары 35 минут уҡый, сират буйлап тәнәфескә сыға. Беҙҙең ижади төркөм Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына барып, ҡуйылған талаптар менән танышты. Белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре быға әҙерме? Белем биреү учреждениеһына инеү ҡағиҙәләре шул уҡ. Ишек алдында Башҡорт дәүләт медицина универстиетынан медицина инспекторҙары балаларҙың температураһын тикшерә, ҡулдарын дезинфекциялай. Гимназияның үҙәк ишегенән башланғыс класс уҡыусылары инһә, ә бына урта һәм оло класстар өсөн запас ишек булдырылған. Бындай ысул дистанцияны һаҡларға ярҙам итә.Хәҙер, ҡағиҙә булараҡ, һәр бер класс өсөн иҙәндә махсус билдәләр йәбештерелгән. Мәҫәлән, күк төҫ урта һәм оло, ә йәшеле иһә башланғыс класстар өсөн тәғәйенләнгән. Был билдәләр уҡыусылар араһында дистанция һаҡларға ячрҙам итә, ти 20-се башҡорт гимназияһы директоры.Быйыл дәрестәр ваҡыты ла үҙгәрҙе. Уҡыусылар ни бары 35 минут уҡып, тәнәфескә сыға. Гимназияла ҡыңғырау һәр бер класс өсөн айырым яңғырай. Бының өсөн уҡытыусылар ваҡытты иҫәпләп сығарып, телефонындағы будильникты ҡуллана.Гимназияла һәр бер класс сират буйынса ял итә. Мәҫәлән, 2 б классы тәнәфестә булғанда, 2а классында дәрес бара.Гимназияның ашханаһына ла бөтә класс бергә бармай. Әйткәндәй, бында ла дистанция мотлаҡ һаҡланырға тейеш. Өҫтәлдәр йәнәш ҡуйылмаған, ҡул йыуыу урындарының да ҡайһы берәүҙәре ҡыҙыл таҫма менән сикләнгән. Былар барыһы ла хеҙмәткәрҙәр һәм белем алыусылар хәүефһеҙлеге өсөн. Бындай талаптарҙы тиҙ арала башҡарырып сығарырға белем биреү учреждениеһы коллективы менән берлектә ата-әсәләр ҙә ярҙам итте, ти гимназия директоры. Республика буйлап бөтә мәктәптәр ҙә ошо тәртип буйынса уҡый башланы. Һаулыҡ өсөн мөһим булған ҡағиҙәләрҙе үтәү, әлбиттә, балалар өсөн еңелдән булмай. Бындай талаптар ҡасанға тиклем дауам итер-быныһы әлегә билдәһеҙ.
Республика мәктәптәре ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы
Тулыраҡ: Республика мәктәптәре ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы