Әммә табиптар тынысланырға иртәрәк тип белдерә. Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып был ҡурҡыныс сир менән ауырыусылар 7 мең 900-гә яҡынлаша. Стационарҙарҙа 71 кеше дауалана, уларҙың һигеҙе ауыр хәлдә. Ковид-19-ҙан 29 кеше һәләк булған. Шул уҡ ваҡытта көндән-көн пневмония менән ауырыусылар арта, тип хәбәр итәләр һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар аҙая.
Тулыраҡ: Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар аҙая.