Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә.

Тулыраҡ: Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә.

Был юлы ул Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһына бағышланды. Ошо мәҙәни үҙәктең коллективтары менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын тура эфрҙа күҙәтә алды республика халҡы. Йыр-моң күңелдәрҙе әсир итерлек илаһи көскә эйә. Уны ишетеү менән кәйефтәр күтәрелә. Бына ошондай йырлы-моңло күстәнәстән башланып китте Башҡортостан 24 каналында Башҡорт дәүләт филармонияһы көнө. Телеүҙәк алдында сығыш яһаған дәүләт академия хор капеллаһы Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә лә иң яҡшыларҙан һанала. Капелла уға нигеҙ һалыусы күренекле дирижер һәм педагог Таһир Сәйфуллин исемен йөрөтә. Хор музыкаһы өлкәһендә классик һәм милли мираҫты халыҡҡа еткереп килеүсе ижади коллектив менән әле Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина етәкселек итә. Хор капеллаһының яңы миҙгелгә әҙерләгән яңы программаһы һәм пандемия шарттарындағы эшмәкәрлек тураһында Алһыу Афған ҡыҙы “Башҡортостан 24” каналының иртәнге эфирын асып ебәргән “Доброе утро, республика” программаһында һөйләп үтте. Ә “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуын ошо программа өсөн махсус яҙылған йыр менән «Далан» эстрада төркөмө башлап ебәрҙе. Үҙенең моңло ла, дәртле ла сығышы менән телевизор ҡараусыларҙы уятып, күтәренке кәйеф бүләк итте даландар. Әңгәмәнән сығып шуны әйтергә була, артистарҙың барыһы ла сәхнәне, тамашасыларҙы һағынған. Сөнки быға тиклем пандемия сәбәпле концерттар онлайн рәүештә, буш залдарҙа үткәрелде. Ошо йәһәттән, Башҡорт дәүләт филармонияһы Башҡортостан 24 каналы менән берлектә ижади онлайн-марафон ойошторҙо. Проект өйҙәрендә үҙ аллы изоляцияла ултырған тамашасыларҙы ла, уларҙы һағынып өлгөргән артистарҙы ла берләштерҙе. Шуға үҙенсәлекле концерттың “Беҙ бергә” тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Башҡортостан 24 каналы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡорт дәүләт филармонияның тығыҙ хеҙмәтәшлегенең һиҙелерлек һөҙөмтәләре лә бар. Беренсенән, видеокамераларға яҙҙырылған концерттар тарих булып һаҡланып ҡаласаҡ. Икенсенән, зәңгәр экрандар аша аралашыу тамашасылар һанын да арттырҙы. Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур тамаша залы 630 смаһы кешене һыйҙырһа, “Башҡортостан 24” каналындағы тура трансляция аша аудитория миллионғаса үҫте. Әммә нисек кенә булмаһын, артистар яңы миҙгелде тамашасылар менән бергә, күҙгә-күҙ ҡарашып ҡаршыларға өмөтләнә. Ниһәйәт, театраль-концерт ойошмаларына эш башларға һәм концерттар үткәрергә рөхсәт бирелде, тигән шатлыҡлы хәбәр менән бүлеште “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында филармонияның реклама һәм пиар бүлеге етәксеһе Ирина Захарова. Яңы 82-се концерт миҙгеленә әҙерлек, “Евразия йөрәге” фестивале тураһында мәғлүмәттәр һәм киләсәккә пландар менән бүлеште филармония коллективтары етәкселәре Рәсәй медиаүҙәгендә ойошторолған матбуғат конференцияһында. Телевизион эфирҙарҙан тыш, радио тапшырыуҙар аша ла төрлө музыкаль йүнәлешле мәҙәни үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышырға мөмкин ине. Әйткәндәй,
Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр йыл аҙағынаса дауам итәсәк. Киләһе аҙнаны дүшәмбеһе “Башҡортостан” киностудияһына, ә кесе йома “Опера һәм балет театры”на бағышлана. Башҡортостан 24 каналын гтрк.тв сайты, яндекс эфир платформаһы, Ростелеком абоненттары пультта 24 һанын йыйып ҡарай ала.