Ошо сәбәпле 323 кеше дистацион уҡытыуға күсерелгән. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, белем усаҡтарында контролде көсәйтергә кәрәк. Коронавирусҡа бәйле хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ булыуы ихтимал ине, тине Радий Хәбиров 323 баланың дистанцион уҡыуға күсеү хәбәрен еткереп. Ишмебай, Мәләүез һәм Иглин райондарындағы осраҡтарҙы, әлбиттә, иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Район башлыҡтарына, мәғариф учреждениелары етәкселәренә, уҡытыусыларға һәм, әлбиттә, медицина инспекторҙарына һәр осраҡты ентекле тикшерергә һәм был бурысты яуаплы атҡарырға кәрәк.Коронавирус ГРИПП-ҡа ҡаршы вакцинацияны көсәйтеүҙе талап итә. Республикала йыл аҙағына етерлек запас тупланған, Радий Хәбиров чиновниктарға үҙ миҫалында прививканың мөһимлеген һәм мөмкинлеген халыҡҡа еткерергә саҡырҙы. Мәктәп уҡыусылары сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырырға стоматология кабинеттары ла ярҙам итә. Табиптар балаларҙың тешен тикшергән арала башҡа сирҙәрен, сәләмәтлеген борсоған осраҡтарҙы асыҡлай. Был проектты артабан бәләкәйерәк ауылдарҙа дауам итергә килешелде, сөнки тап унда медицинаға ҡытлыҡ бар.Оператив кәңәшмәнең көн ҡаҙағына ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе лә сығарылды. Әлегә ни бары 6 муниципалитет ҡына әҙерлек паспортын алған, ҡалғандарына 15 сентябргә тиклем ҡаҙанлыҡтарҙа һынау үткәреп тәбиғәт күстәнәстәренә әҙер булыу бурысы ҡуйылды. Торлаҡ-көнкүреш темаһын дауам итеп, ҡаты ҡалдыҡтар өсөн тарифтарҙы арттырыу башланғысы ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Экология министрлығы сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтарҙы арттырыу яҡлы, шунһыҙ сорттарға айырыу заводтары төҙөп булмаясаҡ. Радий Хәбиров ҡалдыҡтарҙы аҙнаһына бер тапҡыр килеп алған өсөн ауыл кешеһенән 70-90 һум түләтеү ҙә дөрөҫ түгел тигән фекерҙә.Башҡортостандан 8 проекттың федераль грантҡа эйә булыуы хаҡында лә әйтелде оператив кәңәшмәлә. Бәләкәй ҡалаларҙа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан программа ярҙамында парктар төҙөкләндереләсәк. Хәҙер был аҡсаларҙы һөҙөмтәле тотоноп эштәрҙе ваҡытында башҡарыу бурыс. Ә теләһә ниндәй һөҙөмтәгә ирешеүҙең сере халыҡ менән килешеп, аралашып эш итеүҙә. Радий Хәбиров район етәкселәрен сикләүҙәр ҡоршауы артынан сығып халыҡ менән йышыраҡ осрашырға саҡырҙы.Республика аграрийҙары быйылғы уңыштан 3 миллион 200 мең тонна игенде ырҙынға оҙатҡан, баҫыуҙарҙың 80 проценты эшкәртелгән. Ә был яңы рекордҡа ишара, ураҡ аҙағына уңыш 4 миллион тоннанан ашыр тигән өмөт бар.
Өс районда мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың коронавирус йоҡтороуы асыҡланды
Тулыраҡ: Өс районда мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың коронавирус йоҡтороуы асыҡланды