Ул соя һәм кукуруз үҫтереүгә арнала. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең «Кубань», «Соко» компанияларынан сояның һәм кукуруз гибридтарының яңы сорттары күрһәтеләсәк. Шулай уҡ баҫыу көнөндә ҡатнашыусылар «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығында соя һәм кукуруз сәсеү менән танышасаҡ. Кукурузды, сояны бер ҡыҫҡа интенсив сәсеү әйләнешендә эшкәртеү файҙалы, тип билдәләй эксперттар. Кукуруз гибридтарын һәм сояның сорттарын дөрөҫ һайлау ошо культураларҙың сәсеүлектәренә киҫешмәҫкә мөмкинлек бирә, агрономға һәм ҡулланылған техникаға йөкләмәне кәметә. Соя тупраҡҡа яҡшы тәьҫир итә, сөнки, билдәле булыуынса, соя – ер «санитар»ы.
Ауырғазы районында баҫыу көнө уҙғарыла
Тулыраҡ: Ауырғазы районында баҫыу көнө уҙғарыла