Тап ошо осорҙа бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары арта. Сәләмәтлек өсөн уның эҙемтәләре үтә хәүефле, шуға күрә белгән бәшмәктәрҙе генә йыйырға тәҡдим итә белгестәр. Александра Четвергова һөнәре буйынса табип. Бәшмәк йыйыу – бала саҡтан яратҡан шөғөлө. Шуға күрә лә Башҡортостандағы һәр бәшмәктең ҡайҙа үҫкәнен, ниндәй төргә ҡарағанын биш бармағылай яҡшы белә. Бәшмәк – ит, май, еләк-емеш, хатта дарыуҙы ла алмаштырған берҙән-бер тәбиғи аҙыҡ. Был фәнни раҫланған. Шулай ҙа бәшмәк йыйыуҙа тәжрибә етмәгән осраҡта, аҙыҡ насар һөҙөмтәләргә лә килтереүе бар, ти Александра. Быйыл халыҡ баллы, майлы, ҡайын һәм аҡ көләпә бәшмәктәр йыйып һөйөнә. Быға температураның алмашыныуы һәм ҡойма ямғырҙар булышлыҡ итте, ти бәшмәкселәр.Башҡортостанда майлы бәшмәктең дүрт төрөн осратырға мөмкин, ти белгестәр. Әле беҙ ҡырҡып алған майлы бәшмәк ылыҫлы урманда үҫә... Ул үҙенең сағыу төҫө менән башҡаларҙан айырылып тора... икенсе төрлө уны йәйге бәшмәк, тип тә атайҙар.Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бәшмәк ашарға яратҡан кешеләрҙең ғүмере оҙоная һәм төрлө ауырыуҙарға – диабетҡа, аллергияға, ревматизмға, яман шешкә лә ҡаршы тороу көсө арта. Шулай ҙа, уның иң хәүефле аҙыҡтарҙың береһе икәнлеген дә оноторға ярамай.Ә бына күптәр ағыулы, тип уйлаған һәм тышҡы ҡиәфәте менән бер аҙ МУХОМОРҘЫ хәтерләткән САТЫРБӘШМӘК ашау өсөн яраҡлы икән. Уларҙы йәш көйөнсә генә йыйып алып өлгөрөү мөһим, сөнки „ҡартайғас„ бәшмәктең был төрө ашарға яраҡһыҙға әүрелә.Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланыу -урманда юғалыусылар ҙа буласаҡ, тигән һүҙ. Был ваҡытта бер ҙә ҡыйынһынмай ҡысҡырырға кәрәк.Бындай күңелһеҙ хәлгә тарымау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу, бер-нисә кәрәкле әйберҙәрҙе лә үҙең менән алып йөрөү яҡшы булыр, ти тәжрибәле бәшмәксе. Шулай уҡ эсәр һыу алырға, сағыу итеп кейенергә лә онотмағыҙ. Урманда таныш урындарҙа ғынан йөрөргә тырышығыҙ. Һеҙҙең сәфәрегеҙ тураһында яҡындарығыҙ мотлаҡ белергә тейеш. Әлбиттә ағыуланмаҫ өсөн белгән бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Юғиһә сәфәрҙең күңелһеҙ тамамланыуы бар.Быйыл бәшмәк менән ағыуланып дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ булһа ла, иркен тын алырға әле иртәрәк, ти табиптар. Сөнки бәшмәк йыйыуҙың иң ҡыҙған мәле башланып ҡына тора.
Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланды
Тулыраҡ: Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланды