Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы быйыл үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо. Республика халҡы көн дауамында киностудия төшөргән фильм, йәнһүрәттәр ҡарай алды. Шулай уҡ Рәсәй медиаүҙәгендә киностудия ижадсылары ҡатнашлығында тура эфирҙа матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ҡыҙыл келәмле юл, тантаналы музыка. Әйтерһең, билдәле кинопрокат тантанаһы. Башҡортостан 24 каналы тематик көндәр ойоштороуын дауам итә. Был юлы Телеүҙәк киностудия ижадсыларын үҙ бинаһында йыйҙы. Радио һәм телевидение эфирҙары ҡунаҡтары киностудия хеҙмәткәрҙәре һәм билдәле актерҙар. Башҡортостан 24 каналында киностудия көнө иртәнге «Доброе утро, руспублика» һәм «Хәйерле иртә, республика» тапшырыуҙары менән башланып китте. Тура эфир студияһында Башҡортостан киностудияһы етәксеһе Юнир Әминев менән режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова Башҡорт киноһының үҫеш юлы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәккә маҡсаттары менән бүлеште. Телевидение һәм радио эфирҙарынан тыш, Рәсәй медиаүҙәгендә киностудия ижадсылары ҡатнашлығында тура эфирҙа матбуғат конференцияһы уҙҙы. Башҡорт киноһына битараф булмаған һәр кем ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын киностудия хеҙмәткәрҙәренә һәм актерҙарға юллай алды. Режисерҙар ижади пландары менән уртаҡлашты, әҙерләнәсәк проекттары менән таныштырҙы. Башҡортостан киностудияһы хәҙер төрлө йүнәлештә эшләй, кинопрокат менән дә шөғөлләнә. Ошо даирәне киңәйтеү киностудия эшмәкәрлеге өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ, тип белдерҙе киностудия етәксеһе Матбуғат конференцияһынан һуң ҡунаҡтарға телеүҙәк бинаһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Тамашасылар иһә Башҡортостан 24 каналында көн дауамында башҡорт киностудияһы фильмдарын һәм йәнһүрәттәрен ҡарай алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр йыл аҙағынаса дауам итәсәк. Иң ҡыҙыҡлы эфирҙар, осрашыуҙар алда әле.
Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо
Тулыраҡ: Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо