Республика етәксеһе Өфөлә низағ тыуҙырған күп ҡатлы йорт төҙөлөшөнә бәйле мәсьәләне ентекләп өйрәнергә ҡушты. Радий Хәбиров төҙөлөш сәғәтендә яҡтарҙың фекерен иҫәпкә алып төҙөлөштөң күрше объекттарға тәьҫире тураһында тикшереү үткәрергә кәрәк тип белдерҙе. Бынан тыш, кәңәшмәлә алданған өлөшсөләр-“Миловский парк”, “Яңы Булгаково”, “Эрмитаж” һәм Стәрлетамаҡ районындағы “Кедровый” комплексы объекттары тураһында ла һүҙ барҙы. Һуңғыһын Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд ярҙамында төҙөп бөтөү ҡарала. Башҡортостан шулай уҡ Өфө районындағы “Миловский парк” комплексын ҡатнаш финанслауға ла ғариза бирҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү мәсьәләһе лә ҡаралды.
Өфөлә низағ тыуҙырған йорт төҙөлөшөнә бәйле мәсьәлә ентекләп өйрәнеләсәк
Тулыраҡ: Өфөлә низағ тыуҙырған йорт төҙөлөшөнә бәйле мәсьәлә ентекләп өйрәнеләсәк