Ул барлыҡ лаборатор тикшереүҙәр үткән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә тағы ла 31 кешенеңү КОВИД-19 менән ауырыуы асыҡланған. Өфөлә бер аҙнала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙар 25 процентҡа артҡан. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле Зөлфиә Камаева әйтеүенсә, ауырыу уҙған аҙна менән сағыштырғанда мәктәп йәшендәге балалар иҫәбенә 25% артҡан. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикаға грипҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы ҡайтарылыуы тураһында белдерҙе.
Башҡортостанға тиҙҙән коронавирустан вакцина ҡайтарыласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостанға тиҙҙән коронавирустан вакцина ҡайтарыласаҡ