Табиптарға таҡтаташ

Тулыраҡ: Табиптарға таҡтаташ

Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә Рәсәй һәм Башҡортостан республикаһының медицина өлкәһе үҫешенә тос өлөш индереүсе данлыҡлы табиптар Дмитрий Татаринов һәм Зариф Зәһиҙуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Медицина фәндәре докторы, ғалим, профессор Дмитрий Татаринов һәм Зариф Зәһиҙуллин 1990-сы йылдарҙа ошо госпиталдә эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ике табип та һалдаттар ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем билдәле табиптар үҙ һөнәренә тоғро ҡалған. Тантанаға табиптарҙың туғандары, медицина өлкәһендә эшләүселәр килгәйне.