Кәбеҫтә уңды ишелеп

Тулыраҡ: Кәбеҫтә уңды ишелеп

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала уңыш алдағы йылдағыларға ҡарағанда күпкә мулыраҡ буласаҡ. Мәләүез районында, мәҫәлән, төрлө сорттағы кәбеҫтә йыйыу эштәре бара. Әйткәндәй, баҫыуҙа сит илдә үҫә торған уңыш та бар. Салат япраҡтары мул булып үҫһен өсөн уны аҙнаһына бер нисә тапҡыр мотлаҡ утап сығырға кәрәк, ти фермер Осман Османов. Хужа был япраҡты алты йыл рәт үҫтерә, шуға ла уны тәрбиәләү серҙәрен күптән белә. Быйыл йәй 100 тонна продукция етештерелгән, көҙгөһөн дә шул уҡ күләмдә уңыш көтөлә. Ә был иһә пекин кәбеҫтәһе. Фермер һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта кешеләр был кәбеҫтә сортының бәләкәйен һайларға тырыша. Кәбеҫтә артыҡ ҙур булып үҫмәһен өсөн урындағы аграрийҙарға уны һәр ваҡыт тикшереп торорға тура килә. Пекин кәбеҫтәһе уңышты мул бирә, бер йыл эсендә генә уны 12 тапҡыр йыйып алырға мөмкин. Хужалыҡта уңыштың төрлө сортын үҫтереп тикшереп ҡарайбыҙ, ти фермер Осман Османов. Быйыл, мәҫәлән, улар Италияла үҫкән кәбеҫтә ултыртып ҡарай. Португалия, Испания, Франция яҡтарында был кәбеҫтәне “миланская”, ә Болгария һәм Румынияла иһә уны “бөҙрә” тип йөрөтәләр. Был кәбеҫтә лә айырыуса тәрбиәгә мохтаж. Ул эҫене яратмай. Һуңғы аҙнала республикала көндәрҙең ҡояшлы булыуы сәбәпле, фермер картуф, сөгөлдөр уңышының 40 проценттын юғалтҡан. Ә төрлө төр кәбеҫтәһен иһә махсус һуғарыу системаһы ярҙамында ҡотҡарып ҡала. Кишер, сөгөлдөр, картуф, кәбеҫтә. Фермер быларҙың барыһын да 200 гектар майҙанды биләгән баҫыуҙа үҫтерә. Әйткәндәй, быйыл Осман Османов «Агростартап» грантына лайыҡ булған. 3 миллион һум аҡсаға ул йәшелсәләрҙе тултыра торған ҡоролма һатып алып, яңы цех асырға ниәтләй.