Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы геройы, пограничник Вениамин Георгий улы Недошивинға бюст асылды. Һындың авторы Хәлит Ғәлиуллин.Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында тыуып үҫкән батыр һыны Башҡаланың 37-се дөйөм белем биреү мәктәбендә урын алды. Өфөнөң был белем усағында ике йыл элек сик буйы һаҡсыларының хәрби дан музейы асылһа, ошонда уҡ батырҙарҙың береһен һынландырған сәнғәт әҫәре лә барлыҡҡа килде. Сик һағы ветерандары белем йортоноң тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә 2 кадет класы ла бар, был уҡыу йортонда патриотик тәрбиәгә айырыуса ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләй. Бюсты асыу тантанаһына ветерандар, Дәүләт эшмәкәрҙәре ,Октябрь районы хакимиәте етәкселеге һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Киләсәктә 37-се мәктәп Вениамин Недошивиндың исемен йөрөтөр тип көтөлә.
Батыр даны мәңгелек
Тулыраҡ: Батыр даны мәңгелек