Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

Тулыраҡ: Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

Республика башлығы Радий Хабиров Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты. Ул халыҡ менан аралашты, борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Эш сәфәре барышында Ярат ауылында Радий Хабиров фельдшер-акушерлык пункты асыуҙа ҡатнашты. Был объектта төҙөлөш эштәре былтыр октябрь айында башланғайны. Республика башлығы шулай ук Кусей ауылы халҡы менан да осрашты. Урындағы кешеләрҙе иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе — Күсей ауылы менан Әбйәлил районы Хәлил ауылын тоташтырған юлдың булмауы. Бынан тыш, республика башлығы район спортсылары менан осрашты, 4-се лицейға барҙы, физкультура — һауыҡтырыу комплексы, төҙөлә башлаган куперҙе барып ҡараны.