ОРВИ менән ауырыусылар арта

Тулыраҡ: ОРВИ менән ауырыусылар арта

Көҙ менән бергә, ғәҙәттәгесә, республикаға грипп киҙеүе лә килде. Ауырыусылар арта, табиптар һаҡланырға саҡыра. Етмәһә, быйылғы грипп менән ауырыу осоро коронавирус менән ҡатмарлаша. Республикала әле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан арта. Уларҙың араһында мәктәп йәшендәге балалар күплеге айырыуса борсоуға һала. Башҡортостанға әле грипҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы ҡайтарылды. Һуңғы тәүлектә 81 кеше пневмония диагнозы менән дауаханаға һалынған, 93 пациент һауығып сыҡҡан.