Был аҙнала бөтә донъя ла Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнө билдәләнә. Йыл һайын сентябрь айының икенсе йәкшәмбеһендә уҙарылған был иҫтәлекле дата 2000 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо байрам менән тәбрикләп, республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров медицина учреждениеларының автопаркын тулыландырған өр-яңы тиҙ ярҙам машиналарының асҡыстарын тапшырҙы.Тапшырылған асҡыстар яңы машиналар символы ғына түгел, ә киләсәктә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу мөмкинлеге лә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының автомобилдәр паркы тағы ла 21 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы менән тулыланды. Был сараның бөтә донъяла билдәләнгән тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнө алдынан уҙағарылыуы осраҡлы түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәрен байрам менән тәбрикләп, республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров яңы автомобилдәрҙең асҡыстарын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһынан һуң, Андрей Назаров һәм Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тиҙ ярҙам машиналары менән яҡындан танышты. Кислород запастары, яһалма тын алыу аппараты, электрогардиограф һәм башҡа заманса ҡорамалдар халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Ә тәгәрмәсле мобиль арба пациентты транспортировкалағанда күсереп һалмайынса, дауаханаға тиклем алып инеү мөмкинлеген бирә. Водителдәр ҙә ҡыуанысын йәшермәй. 20 йылда ниндәй генә автомобилдә йөрөмәнем, әммә быныһы иң оҡшағаны, ти тәжрибәле водитель Дмитрий Лапин.Тап ашығыс ярҙам станцияһындағы машиналар тиҙ туҙа. Сөнки водителдәр алмашынып торһа, автомобилдәр тәүлек әйләнәһенә юлда. Ғөмүмән алғанда, быйыл медицина учреждениеларының автопаркы уңайлы, яғыулыҡ яғынан да аҙ сығымлы 51 тиҙ ярҙам машинаһы менән тулыландырылған.Ә был транспорт Республика ашығыс ярҙам станцияһы, Өфөнөң 21-се дауаханаһы һәм Стәрлетамаҡтың санитар автотранспортына тәғәйенләнгән.Тантаналы саранан заманса йыһазландырылған өр-яңы тиҙ ярҙам автомобилдәре республиканың медицина учреждениеларына юлланып, урындағы халыҡтың һаулығы һәм ғүмере һағында торасаҡ. Әйткәндәй, яңы ғына Башҡортостан санитар авиацияһы паркы ла яңы “Ансат” вертолеты менән тулыланды. Рәсәйҙә етештерелгән “Ансат” вертолеты медицина хеҙмәттәрен күрһәтеүгә тап килгән иң яҡшы һауа судноһы булып иҫәпләнә. Уны республикаға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һатып алғандар. Транспортировкалау ярамаған һәм кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙы йөрөтөү өсөн әҙерләнгән вертолет заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Әле Өфөлә медицина авиатранспорты өсөн өс вертолет майҙансығы бар. Яҡын киләсәктә республиканың башҡа район-ҡалаларында ла махсус осоу-ултырыу майҙансыҡтары төҙөү ҡаралған. Әлбиттә, кеше ғүмере тураһында һүҙ йөрөткәндә иң мөһиме – ваҡыт. Был йәһәттән, тиҙ ярҙам машинаһы һәм санавиация паркын яңартыу медицина ярҙамы күрһәтеүҙең тиҙлеген арттырыу һәм Башҡортостандың теләһәң ниндәй нөктәһенән пациенттарҙы баш ҡала үҙәктәренә тиҙ арала алып килеү мөмкинлеген бирә.
Медицина учреждениеларының автопаркы яңы машиналар менән тулыланды
Тулыраҡ: Медицина учреждениеларының автопаркы яңы машиналар менән тулыланды