Капиталь ремонт өсөн түләү 2022 йылға тиклем оҙайтыла

Тулыраҡ: Капиталь ремонт өсөн түләү 2022 йылға тиклем оҙайтыла

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсацияны 2022 йылдың 31 декабренә тиклем аласаҡ. Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары законға тейешле төҙәтмәләр индерергә планлаштыра. Компенсация түләү тураһындағы норма 2016 йылда тәжрибә рәүешендә бер йылға индерелгәйне. Әммә уны тағы ла өс йылға оҙайтырға ҡарар ителде. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, льгота өлкән йәштәгеләргә һиҙелерлек ярҙам булды. Льготаға яңғыҙ йәшәгән эшләмәгән милекселәр йәки бергә йәшәгән эшләмәгән граждандарҙан торған ғаилә составында йәшәгәндәр, эшләмәгән I һәм II төркөм инвалидтары хоҡуҡлы. Етмеш йәшкә еткән граждандарға льгота — 50 процент, 80 йәшкә еткәндәргә 100 процент күләмендә бирелә.