Өлөшсөләр фатир асҡыстарын ала башланы

Тулыраҡ: Өлөшсөләр фатир асҡыстарын ала башланы

Башҡалала оҙаҡ төҙөлгән йорттарҙың береһендә өлөшсөләр, ниһәйәт, фатир асҡыстарын ала башланы. “Эрмитаж. Горсовет” торлаҡ комплексын төҙөү 2013 йылда уҡ башланғайны. Әммә төҙөүсе компания алдына алған бурысын тулыһынса үтәй алмағас, төҙөлөштө башҡа компания тамамларға риза булған. Тәүге секция ваҡытында төҙөлһә лә, башҡа өлөшсөләр 4 йылдан һуң ғына ҡулына фатир асҡыстарын ала башланы. Һүҙебеҙ Эрмитаж-Горсовет торлаҡ комплексы хаҡында. Беренсе вице-премьер Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышында был проектты тамамлау өсөн инвестор табырға ҡушҡайны. Ниһәйәт, яңы генподрядсы торлаҡ комплексының икенсе секцияһын төҙөп бөтөп, 70-ләгән фатир асҡысын хужаларына тапшырҙы. Әлеге мәлдә торлаҡ комплексының өсөнсө секцияһы төҙөлә. Йорт электр энергияһы һәм йылылыҡты һаҡлау йәһәтенән дә яңы стандарттарға тап килергә тейеш. Бында 11 подрядсы ойошманан, 70 төҙөүсе объекттарҙы билдәләнгән ваҡытҡа фатир хужаларына тапшырыу өсөн тырыша. Эрмитаж-Горсовет өлөшсөләре ниһәйәт яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ.Әлеге мәлдә йорт алдын төҙөкләндереү эштәре лә бара. Бында ябыҡ балалар майҙансығы, шулай уҡ ер аҫтында ике ҡатлы машиналарҙы ҡуйыу өсөн урын да ҡаралған."Миловский парк”, “Яңы Булгаково”, һәм Стәрлетамаҡ районындағы “Кедровый” комплексы объекттары әле иғтибар үҙәгендә. Һуңғыһын өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд ярҙамында төҙөп бөтөү ҡарала. Башҡортостан шулай уҡ Өфө районындағы “Миловский парк” комплексын ҡатнаш финанслауға ла ғариза бирҙе.