Буласаҡ һөнәреңде алдан һайла

Тулыраҡ: Буласаҡ һөнәреңде алдан һайла

Өфөнөң фән хеҙмәткәрҙәре медицина һәм заман технологияларын бик ҡыҙыҡлы алым ярҙамында үҙләштерергә тәҡдим итә. Әле әфлисүн менән бананға бер кем дә операция яһағанын күргәне юҡтыр. 3 д принтер – заман йәштәрен ҡыҙыҡһындырған алым. Уның ярҙамында байтаҡ һәм төрлө моделдәр эшләргә мөмкин. Никита Вишкин 3Д баҫма һәм модель әҙерләү менән күптән шөғөлләнә. “УМНИК” бәйгеһендә еңеү яулай һәм үҙенең 22 йәшендә генә әллә күпме модель эшләй.Республикала фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды Өфө дәүләт нефть техник университетының “Точка кипения” үҙәге нигеҙендә техника, медицина, биология менән ҡыҙыҡһынған мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн беренсе тапҡыр сара ойошторҙо.Минең ҡулда ашай торған банан һәм медицина энәһе. Хәҙер мин тап ошо бананға операция эшләп ҡарайбыҙ. ...Беҙ ошолайтып тегәбеҙ. Энәне индерәбеҙ һәм епте сығарабыҙ.Банандың ҡабығында киҫем эшләгәндән һуң һаплы энә менән тегә башлайһың. Хатта оҫта тегенсенең дә беренсе тапҡырҙан дөрөҫ йөй һалмауы ихтимал. Һәр теләүсе үҙен хирург ролендә һынап ҡараны. 8-се класта уҡыған Карина әфлисүнгә йәһәт кенә дөрөҫ итеп йөй эшләп ҡуйҙы, ул сараға өләсәһе менән килгән. Практик дәрестәрҙе Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Ҡунаҡтар биотехнология һәм виртуль ысынбарлыҡ донъяһына сумды. Кеше һөйәктәрен һәм ағзаларын 3 Д баҫма форматта ла өйрәнделәр. Ошондай Виртуаль күҙлек һәм 2 джойстик ярҙамында кеше һөйәктәрен һәм эске ағзаларын өйрәнергә мөмкин. Быларҙың һәр береһен айырып ҡарарға һәм йыйырға ла була.Киләсәктә тап ошондай дәрестәр буласаҡ һөнәрҙе һайларға ярҙам итә, һөнәри йүнәлеш бирә. Теория һәм практика аша медицина һәм заман технологияларына ҡыҙыҡһыныу уяна, киләсәктә лә бабалар өсөн бушлай оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.