Люксметр, рейка, ретрорефлектометр

Тулыраҡ: Люксметр, рейка, ретрорефлектометр

Был терминдарҙы лаборатория хеҙмәткәренән түгел, ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарынан һирәк ишетерһең. Әммә ул күренеш бик тиҙҙән ғәҙәтигә әйләнәсәк. Киләһе репортаж республика инспекторҙарының заманса ҡоролмалары тураһында.Йыл башынан алып, 8 ай эсендә республикалағы бөтә юл фажиғәләренең 1246-һы юлдарҙың төҙөк булмауы, юл билдәләре һәм тамғаларының етешһеҙлектәре арҡаһында килеп сығыуы билдәле. Әгәр ҙә сағыштырып ҡарағанда, һәр икенсе авария тиерлек ошо сәбәптәр менән бәйле.Кәлейәнән сығып осҡан автомобилдәр, соҡорға эләккән тәгәрмәс арҡаһында транспорт менән идара итеүҙе юғалтҡан водителдәр һәм башҡа аяныслы хәлдәрҙе һүрәтләгән видеояҙмаларға көн дә шаһит булырға тура килә. Сафтан сыҡҡан милек, кеше ғүмере һәм битарафлыҡ. Кемдә ғәйеп: водителдәме, юл төҙөклөгөн иңенә алған хужаламы? Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дүләт инспекцияһының юл төҙөклөгөн күҙәтеүсе хеҙмәткәрҙәренә хәҙер ғәйеплене яуаплылыҡҡа тарттырыу еңелерәк. Сертификат менән нығытылған махсус рейка ярҙамында алынған үлсәмдәр суд өсөн шикһеҙ дәлил.Кәлейәләрҙең норманан ашҡан тәрәнлеге лә протоколға индереләсәк, ә юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы ойошманы штраф һәм юлды мәжбүри тигеҙләү көтә. Тағы ла бер яңы ҡоролма ярҙамында билдәләрҙең яҡтылыҡты ҡайтарыу үҙенсәлеген дә тикшерә ала хәҙер инспекторҙар. Бындай рефлектометр әлегә республикала берәү генә. Ул милли проект сиктәрендә алынған ҡоролмаларҙың иң ҡыйбатлыһы.400 приборҙың береһе – төтөн кимәлен үлсәгес. Ул автобустарҙың һәм йөк машиналарының техник хәлен асыҡларға ярҙам итә. Транспорт төрөнә ҡарап нормативтар төрлөсә. Ә һауа быстратыусыларға яза бер – штраф.Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Водителдең тәжрибәһе лә, руль да ныҡлы булырға тейеш. Һуңғыһын люфтомер асыҡлай.Ил президентының май указы ла, төбәк етксеһенең оператив кәңәшмәләрҙәге сығыштары ла юл фажиғәләрен, үлем осраҡтарын кәметеүгә өндәүҙән ғибәрәт. Водителдәрҙең иғтибарлылылығы, юл төҙөклөгөн күҙәтеүселәрҙең яуаплылығы, ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарының техник яҡтан йыһазландырылыуы был маҡсаттарға ирешергә ярҙам итер.