Бөгөн республикала милли кейем көнө үткәрелә

Тулыраҡ: Бөгөн республикала милли кейем көнө үткәрелә

Башҡортостан архивтары ошо уңайҙан виртуаль күргәҙмә әҙерләне. Унда үҙенсәлекле, һирәк осраған материалдарҙы табырға мөмкин. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар тураһында тулы һәм боронғо мәғлүмәт, шул иҫәптән рәсемдәр 1852 йылға тура килә. Сөнки тап ошо йылдарҙа тәүге тапҡыр Рәсәй музейы өсөн мәғлүмәт йыйыла. Башҡортостандың архив эштәре буйынса идарылығы ойошторған виртуаль күргәҙмәлә ошо мәғлүмәттәрҙе һәм башҡорт ерлегендә йәшәгән халыҡтарҙың милли кейем өлгөләрен күрергә мөмкин. Архив фондтарында костюмдарға бәйле бик күп документтар һакланған. Онлайн күргәҙмәгә барыһын да теркәү мөмкин түгел. Сөнки уның күләме сикле. Сит ил ғалимдары ла Рәсәй халыҡтарының көнкүреше менән электән ҡыҙыҡһынған. 1857 йылда Германиянан килгән ғалим Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең көнкүрешен һәм кейемдәрен өйрәнә. Виртуаль күргәҙмәгә уның да күҙәтеүҙәре ингән.СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың шәхси архивынан алынған фотоһүрәттәр күргәҙмәлә айырым урын биләй. Уның ролдәрендә күп милләтле Башҡортостандағы халыҡтар дуҫлығы сағыла. Иң боронғо документтар 1850-се йылдарға тура килһә, иң яңылары былтыр үткән милли кейемдәр парадынан алынған фотоһүрәттәр. Тимәк, күргәҙмәлә 2 быуатҡа яҡын тарихи мәғлүмәт тупланған.Күргәҙмә менән онлайн танышырға мөмкин.Бының өсөн Башҡортостандың архив эштәре буйынса идарылығы сайтына инергә кәрәк.