Башинформ агентлығында эшлекле башҡорт теле ҡулланмаһының исем туйы уҙҙы. Был әсбаб эшлекле стилдә яҙырға өйрәнергә йәки оҫталығын арттырырға теләгәндәр өсөн тәғәйен. Эшлекле башҡорт теле әсбабын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләп нәшер иткән. Ул ике өлөштән тора. Эшлекле башҡорт теле проекты Башҡортостан етәкселеге грантына тормошҡа ашырыла. Ҡулланма әлегә 1500 дана менән донъя күрҙе. Киләсәктә ошо әсбаб буйынса эшлекле курстар ҙа планлаштырыла.
Эшлекле башҡорт теле ҡулланмаһының исем туйы уҙҙы
Тулыраҡ: Эшлекле башҡорт теле ҡулланмаһының исем туйы уҙҙы