Башҡортостан 24 каналында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө

Тулыраҡ: Башҡортостан 24 каналында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө

Был юлы артистар үҙҙәре генә телеүҙәккә килеп теле һәм радио-тапшырыуҙарҙа ҡатнашып ҡалманы, беҙҙең ижади төркөм дә театрға барып, телевизор ҡараусыларҙы уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Сәхнә артын күҙәтеүҙән башланып китте Башҡортостан 24 каналында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө. Был юлы “Доброе утро, республика” программаһының ижади төркөмө үҙҙәре мәҙәни усаҡҡа барып, телевизор ҡараусылар өсөн экскурсия үткәрҙе. Тегеү цехы, костюмдар, баш кейемдәре, декорациялар, цехы, репетициялар мәле һәм етәкселәр менән әңгәмә – быларҙың барыһын да Башҡортостан 24 каналында иртәнге сәғәт етелә эфирға сыҡҡан “Доброе утро, республика” программаһында күрергә мөмкин ине. Ә “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуына ҡунаҡта мәҙәни усаҡтың иң сағыу солистары саҡырылды — Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла танылыу яулаған опера йырсыһы Дилярә Иҙрисова һәм күптән түгел Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алған Артур Ҡәйепҡолов.Ҡунаҡтар үҙ аллы изоляцияны нисек үткәреүҙәре, яңы театраль миҙгелгә әҙерлек тураһында һөйләне. Телеүҙәк фойеһы ла моңға сорналып, классик музыка яңғырап торҙо.Скрипкасылар квартеты Рәсәй медиүҙәгендә уҙғарылған матбуғат конференцияһына килеүселәрҙе ҡаршы алды. Журналистар менән әңгәмәгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алтын составы саҡырылғайны. Театр ҡәҙимге эшмәкәрлегенә ҡайтырға әҙерләнә. Яңы миҙгел 15 сентябрҙә балет артистарының гала-концертынан башланып китәсәк. Ә 17-се һәм 18-се сентябрҙә иһә тамашасыларҙы опера концерттары көтә. Әйткәндәй, тамаша залында ла үҙгәрештәр ҙә буласаҡ. Театрға килеүселәрҙе шахмат тәртибендә ултыртасаҡтар. Был социаль дистанцияны һаҡлау өсөн эшләнә. Ә ғаилә ағзаларына һәм парҙарға бергә ултырырға рөхсәт ителә. Ярты йыл эсендә тамашасыларҙы һағынып өлгөргән артистар сәхнәгә сығырға атлығып тора. Сит илгә гастролдәр ҙә тергеҙеләсәк.Шулай уҡ, тағы ла бер яңылыҡ: бөтә донъяға билдәле опера йондоҙо Асҡар Абдразаҡов Өфө сәхнәһендә Дон Кихотты ҡуясаҡ. Сәнғәттең иң юғары өлгөһө булған балет һәм опера һәр ваҡытта ла үҙ тамашасыһы буласаҡ. Башҡортостан 24 каналында артабан да башҡорт артистарының сағыу сығыштары, милли репертаур менән танышышыу мөмкинлеге бар. Ә әлегә иһә театрҙың ижади труппаһы Мәскәүгә Геликон-опера сәхнәһендә буласаҡ Дон Жуан спектакленә әҙерләнә. Февралдә Өфө артистарын Көньяҡ Кореяла көтәләр.