Бөгөн Өфөлә Бауман урамындағы йортта янғын сыҡты.

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә Бауман урамындағы йортта янғын сыҡты.

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Сөнки йортта йәшәүселәрҙе-ике бәлиғ булмаған балаһы менән ҡатынды хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөрәләр. Ут һүндереүҙә 9 берәмек техника һәм 24 кеше ҡатнашҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын йылытыу ҡоролмаһын файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүҙән килеп сығыуы ихтимал.