Капиталь төҙөкләндереүҙән баш тартыуҙар юҡ, дөйөм йорт ихтыяждарын торлаҡ хужалары иҫәбенә ҡаплау бөтөрөлә, йорттарға идара итеүҙә ике яҡлы власть юҡҡа сығарыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы етәкселәренең Бөтә Рәсәй форумы бара. Рәсәйҙең 71 төбәгенән 500-ҙән ашыу белгес илдә йәшәгән 143 миллион кешенең һәр береһенә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү ысулдарын барлай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы һуңғы йылдарҙа бихисап үҙгәрештәр кисерҙе, шул иҫәптән бөтөнләй яңы алымдар ҡулланыу тәжрибәһен үтте. Тиҫтә йылдар элек төҙөлгән ҡоролмалар ышаныслы, әммә етди яңыртыуҙы талап итә. Тармаҡты тергеҙеү һәм яңыртыу өсөн иң ҡулай юл – шәхси инвестициялар йәлеп итеү, тине торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһенең баш федераль инспекторы Андрей Чибис. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары фекеренсә, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү машинаһы юғары сифатлы, заман талаптарын яуап бирерҙәй һәм хаҡы буйынса һәр кем файҙаланырлыҡ булырға тейеш. Торлаҡ менән идара итеүҙе яуаплы хужа иңенә йөкмәтеү бурысы — көн талабы. Был йәһәттән фатирында йәшәгән һәр хужаны милек тотоусылар ширҡәте исемлегенә индереү мөһим. Идара итеүҙең иң уңайлы ысулы булараҡ торлаҡ хужалары ширҡәтен законлы нигеҙҙә раҫлау урынлы, тигән фекер әйтелде. Форумда ҡабул ителгән ҡарарҙар башлыса финанс яуаплылыҡты күҙ уңында тота. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн йылдар буйы иҫәпләшмәгән осраҡтар бөтөрөлөргә тейеш. Идара итеүсе компанияларға ла дәғүә бар. Дөйөм йорт ихтыяждарына ҡулланылған хеҙмәттәр өсөн хаҡты намыҫлы йорт хужаларынан түләтеү ғәҙәтенә киләһе йылдан сик ҡуйыла.Торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһенең баш федераль инспекторы белдереүенсә, яңы йылдан ҡулланыусылар һәм сығанаҡтар менән тәьмин итеүсе ойошмалар араһында тура килешеүҙәр төҙөү хаҡында закон ҡабул итеү ниәте бар. Аҡса идара итеүсе компаниялар иҫәбендә тотҡарланмаһын өсөн. Форум дауам итә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар пленар ултырыштан тыш биш йүнәлештә түңәрәк өҫтәл форматында бара.Тиҫтә йыл дауамында барған үҙгәрештәргә баһа биреп, уларҙың ыңғай ҙа, кире лә яҡтарын танып, кешеләр өсөн иң тәүге уңайлыҡтар тыуҙырыусы өлкә белгестәре киләсәктә идара итеүҙе торлаҡ хужаларына ышанып тапшырырға саҡыра.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә
Тулыраҡ: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә