Башҡортостанда кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт башланғысында ярҙамсылар институты үҫтереләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт башланғысында ярҙамсылар институты үҫтереләсәк

Ошо турала республика Парламентында уҙған семинарҙа билдәләнде. Бындай тәжрибә төбәк өсөн генә түгел, ә Рәсәй кимәлендәге тәүге һынау иҫәбенән. Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, омбудсмендың урындағы ярҙамсылары тәү сиратта халыҡты борсоған социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә. Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Башҡортостандағы вәкилдең Әбйәлил районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы Рәзинә Әғзәмова һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн ошондай инстиуттар йәмғиәт һәм башҡарма власть органдары араһындағы бәйләнеш нигеҙе. Омбудсмен ярҙамсылары хәҙер хакимиәттәр менән эшләргә тейеш. Хәйбуллала, мәҫәлән, улар халыҡҡа юридик кәңәштәр биреп, граждандар мәнфәғәтен төрли кимәлдәге даирәләрҙә лә яҡлай. Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса республикалағы вәкилдең урындарҙағы ярҙамсылары бөгөн хоҡуҡи нигеҙҙе камиллаштырыу яғында. Тап ошо саҡта ғына демократик тигеҙлек һәм конституцион хоҡуҡтарҙы һаҡлауҙың яңы дәрәжәһенә ирешергә мөмкин.