Ошо датаға арнап Өфөлә фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда Башҡортостан башлығы һәм Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары ҡатнашты. Тәүҙә Рөстәм Хәмитов һәм Леонид Ивлев республикала быға тиклем үткән һайлауҙарға йомғаҡ яһаны, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Башҡортостанда өс йыл рәттән төрлө кимәлдә һайлауҙар үтә. Ошо арауыҡ эсендә Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһына республика халҡынан бер ялыу ҙа булмаған. Башҡортостан халҡы илдә гражданлыҡ хоҡуҡтарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуы менән айырылып тора. Мәҫәлән, Рәсәй буйынса электораттың 44 проценты, ә республикала 75 проценттан ашыуырағы һайлауҙарға йөрөй. Был-Башҡортостан үҙәк һаулау комиссияһының эшмәкәрлек һөҙөмтәһе,тип билдәләнде. 20 йыл эсендә Башҡортостанда 3 мең 800 һаулау һәм 70 референдум уҙғарылған. Уларҙың барыһы ла тыныс үткән. Был республикала тотороҡло сәйәсәт алып барылыуы хаҡында һөйләй.Быйыл территориаль һайлау комиссияларының вәкәләттәре тамамлана. Конференцияла билдәләнеүенсә, Башҡортостан беренселәрҙән булып территориаль һайлау комиссияларын ойоштороуҙы тамамлай һәм хәҙер уларҙың яңылары раҫлана. Әле 64 ошондай комиссия булдырылған да инде.Конференцияла һайлауҙарға бәйле закондарҙың камил булмауы хаҡында ла әйтелде. Мәҫәлән, тынлыҡ көнөндә ҡайһы бер субъекттарҙа теге йәки был кандидатҡа тауыш бирергә өндәгән роликтар күрһәтелгән булған. Был йәһәттән, закон сығарыусыларға аныҡ ҡарарҙар ҡабул итергә кәңәш ителде.
Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы барлыҡҡа килеүгә 20 йыл
Тулыраҡ: Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы барлыҡҡа килеүгә 20 йыл