Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Израиль һәм Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшыра. Швейцариялағы йәшерен осрашыуҙан һуң ике ил вәкилдәре дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү тураһында һөйләшеп килешкән.

Американың Федераль резерв системаһы кредит ставкаларын 0,25 процентҡа күтәрҙе. Был иһә Американың оҙайлы көрсөктән сығыуы тураһында һөйләй тигән фонд етәксеһе. Белгестәр билдәләүенсә, доллар буйынса ставкаларҙың күтәрелеүе барлыҡ банктарҙа ла сағылыш табасаҡ.

2015-се йылда эҫелек буйынса рекорд ҡуйылған. Әммә Бөйөк Британияның метеорология бюроһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2016-сы йылдың тағыла эҫерәк булыуы ихтимал.

Үлемгә бер аҙым. Польшала велосипедсы ябыҡ шлагбаумды күрә тороп яҡынлашып килгән поезд алдынан үтеп өлгөрөргә тырышҡан. Әммә өлгөрмәгән. Велосипедсы тере ҡалған. Мейеһе генә һелкенгән тип хәбәр ителә.