Грипҡа ҡаршы вакциналау планы тулыһынса үтәлгән

Тулыраҡ: Грипҡа ҡаршы вакциналау планы тулыһынса үтәлгән

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 1 миллион 166 меңдән ашыу кешегә прививка эшләнгән. 700 мең өлкән йәштәге кеше һәм 300 мең бала милли календарға ярашлы бушлай вакцина алған. Грипп һәм ОРВИ миҙгеленә әҙерлек маҡсатында 1 миллион 200 мең битлек запасы булдырылған, эпидемия булһа, ауыр хәлдәгеләрҙе дауаханаларға һалыу өсөн 5 мең урын бар. Башҡортостанда һуңғы айҙарҙа 224 мең самаһы һалҡын тейҙереп ауырыу осрағы теркәлгән, грипп менән ауырыусылар булмаған.