Бөгөн башҡорт Ҡыш бабайының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы төп тирмәһенә сәфәре башланды

Тулыраҡ: Бөгөн башҡорт Ҡыш бабайының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы төп тирмәһенә сәфәре башланды

Миллиондарса кеше көтөп алған йылдың төп ҡунағы юлы республиканың төрлө -район ҡалалары аша үтә.Башҡорт Ҡыш бабайы республикаға тәүҙә вертолет менән киләсәк. Бының өсөн Яңы йылдың төп ҡунағына айырым борт та бүленгән. Һуңынан иһә ул Өфөлә, аттарға күсеп ултыра. Байрам көймәһе Ишембай районына егерме бишенсе декабрҙә барып етергә тейеш. Юлда Ҡыш бабай балалар менән осрашырға ла ниәтләй. Кескәйҙәр өсөн ул төрлө күстәнәстәр һәм бүләктәр әҙерләгән.