Тик уларҙы тағып йөрөргә теләгән ҡыҙҙар биҙәүестәрҙе ҡайҙан алырға белмәй. Бөгөн Өфөләге ижад йорттарының береһе республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ағинәйҙәр шауҡымынан гөрләп торҙо. Венера ханым Сибай ҡалаһынан килгән. Милли биҙәүестәр эшләүгә ике йыл элек кенә тотоноуына ҡарамаҫтан, селтәр, түшелдеректәр яһау буйынса оҫталыҡ ҡаҙанған. Күҙҙең яуын алыр ҡашмауҙар, хәситәләр, таҡыялар эшләү, түҙемлек һәм ныҡышмаллыҡ талап итә. Ҡасандыр үҙҙәре лә әсәй-өләсәйҙәренән өйрәнгән оҫталыҡтарын ағинәйҙәр хәҙер йәш быуынға тапшыра. Милли биҙәүестәрҙе һуңғы йылдарҙа йәштәр киң ҡуллана. Улар киң һатыуҙа булмағас, ҡулдан яһап тағырға ҡала. Гүзәллек теләге иһә ҡатын-ҡыҙға ижад итеү мөмкинлектәрен аса. Ҡул эше өлгөләре ябай биҙәүес кенә түгел, яратҡан шөғөл һәм килем сығанағына әйләнгән осраҡтар ҙа байтаҡ. Матурлыҡтың, байлыҡтыҡы кеүек сиге юҡ. Был биҙәүестәрҙе яһаусылар үҙ оҫталығын башҡалар менән уртаҡлашыуҙан ҡурҡмай. Тәжрибә биреү дәрестәренә бары милли ҡомартҡылар ҡиммәтен нығытыу ысулы тип ҡарай. Ойоштороусылар бындай сараны йыл һайын үткәрергә ниәтләй. Ағинәйҙәр әйтеүенсә, күңел йылыһын, күҙ нурын түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмай.
Хәситә, селтәр, ҡашмау, түшелдерек йәнә модала
Тулыраҡ: Хәситә, селтәр, ҡашмау, түшелдерек йәнә модала