Башҡортостанда бөгөн йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай. Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Рәсәй футбол Премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы һәм Рәсәй чемпионаттарының башҡа уйындарын санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгәндә генә уҙғарырға рөхсәт ителә. Төп шарт –трибуна тамашасылар менән 50 процентҡа ғына тулы булырға тейеш. 18 йәше тулған спортсылар өсөн Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙың берҙәм календар планына индерелгән рәсми физкультура һәм спорт саралары үткәрелә башлай.
Башҡортостанда түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай
Тулыраҡ: Башҡортостанда түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай