Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары барланды

Тулыраҡ: Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары барланды

13 сентябрҙә республикала урындағы уҙидаралыҡ органдары депутаттарын һәм ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау үтте.Төбәктә барыһы 200 һайлау кампанияһы ойошторолдо. Тауыш биреүселәрҙе өс меңдән ашыу һайлау участкаһы ҡабул итте. Һайлаусыларҙың күпләп йыйылыуына килтермәҫ өсөн тауыш биреү барышы өс көн дауам итте. Төбәк үҙәк һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, республикала һайлаусыларҙың 40 проценты тауыш биргән. Тәүге һөҙөмтәләр буйынса Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышына өҫтәмә һайлауҙарҙа башҡаланың Новиков һайлау округында һайлаусыларҙың 70 процент тауышын йыйып Салауат Хөсәйенов алда, Белорет районының Металлург һайлау округында тауыш биреүселәрҙең 65 проценты Флүр Уразмәтовҡа ышаныс белдергән.