Башавтотранс паркы тағы ла 50 маршрут автобусы менән тулыланды. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин яңы транспорттың асҡыстарын һәм алдынғы водителдәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһын һәм районын хеҙмәтләндергән транспорт 80 процентҡа тиклем яңыртылған. Йыл башынан алып йәмғеһе 245 яңы автобус маршрутҡа сыҡҡан. Яңы пазиктар водителдәр өсөн дә, пассажирҙар өсөн дә уңайлы. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һәм балалар коляскаһы өсөн пандустар ҙа бар.
Өфө юлдарында яңы автобустар
Тулыраҡ: Өфө юлдарында яңы автобустар