Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды

Тулыраҡ: Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды

Үткән ял көндәрендә генә КОВИД-19 йоҡтороуҙың 62 осрағы теркәлгән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 40, амбулаторияла 510 кеше дауалана. Пандемия башланғандан алып коронавирус менән ауырыуҙың 8 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Ил буйынса ул бер миллиондан ашты. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.