Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы

Уҡытыусылар менән бер рәттән мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса быйыл республиканың белем усаҡтарында 65 стоматология кабинеты асылған. Уларҙың һанын тағы ла арттырырға кәрәк, тине төбәк етәксеһе. 13 йәшлек Вилена хәҙер теш табибынан һис тә ҡурҡмай. Стоматология кабинеттарына йөрөргә шөрләгән балалар юҡ түгел, әммә табиптарға күренеп тороу мөһим, ти Вилена.Ысынлап та, Прибельский ауылы мәктәбендә асылған стоматология кабинетына инәһе килеп кенә тора. Табиптар йылмайып ҡаршы ала, һөйләшеүҙәре лә яғымлы.Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары “Ҡанатлан”/Взлетай проекты сиктәрендә барлыҡҡа килә башлаған. Асыҡланыуынса, республикала йәшәүсе балаларҙың 80 проценты теш ауырыуҙары менән яфалана. “Сәләмәт йылмайыу” программаһы ошо күрһәткесте кәметеүгә йүнәлтелгән дә инде. Тикшереү менән бергә уҡыусылар менән аңлатыу эштәре алып барыла. Балаларға тештәрҙе нисек дөрөҫ тәрбиләргә лә өйрәтәләр. Белгестәр әйтеүенсә, сирҙе дауалағансы, уны профилактикалау күпкә яҡшыраҡ. Уҡыусыларҙың йыл әйләнәһенә табиптар күҙәтеүе аҫтында булыуы, ауырыуҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итәсәк. Был үҙенсәлекле проектты ата-әсәләр ҙә хуплай.Әйткәндәй, Прибельский мәктәбендәге теш табибына күрше ауылдарҙан уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә йөрөй. Көнөнә 15-ләгән бала ҡабул ителә. Әлбиттә, ҡайһы бер райондарҙа белгестәр етмәй. Шуға был ҡытлыҡты бөтөрөү йәһәтенән дә эштәр алып барыла. Радий Хәбиров был эште тағы ла әүҙемләштерергә ҡушты. Яҡын арала ауылдарҙағы тағы ла 70 белем биреү учреждениеһында теш табиптары барлыҡҡа килеүе ихтимал. 2020 йылдың тәүге өс айында ғына 11 меңдән ашыу уҡыусының тештәре тикшерелгән. Һәр өс баланың икәүһенә дауалау кәрәклеге асыҡлаған. Тимәк, мохтажлыҡ ҙур, һөҙөмтәләр ҙә бар. Шуға киләсәктә 500-ҙән 700 гә тиклем кеше йәшәгән ауыл биләмәләрендәге мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыуҙы дауам итергә кәрәк, тип белдерҙе республика башлығы.