Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды

Тулыраҡ: Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды

Милли кейемдәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлауға арналғандары бер район-ҡаланы ла, ойошмаларҙы ла урап үтмәне. Төбәк етәксеһе ҡарары менән йылына ике тапҡыр – апрель һәм сентябрь айҙарында үткәрелгән. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, башҡа бөтә уҡыу, тәрбиә биреү йорттары кеүек үк Милли кейем көнөнә ихлас ҡушылды.Башҡорт милли кейеме, йә милли атрибут һәр уҡытыусыла ла, уҡыусыла ла. Гимназияла уҡыған балаларҙың һәр береһенең ата-әсәһе бындай байрамдарға күптән күнеккән, сөнки ул ғәҙәти күренеш.Ҡала һәм төбәк кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыу йортоноң үҙендә милли кейемдәр бар.Шулай ҙа күпселек балаларға әсәй-өләсәйҙәре тегеп кейҙергән.Милли кейемдәрҙе тегеү, тергеҙеүҙә мәсьәләләр ҙә бихисап. Уларҙы Башҡортостан милли музейында үткән түңәрәк өҫтәлдә тикшерҙеләр. Этнографтар, фольклорсылар, милли кейемдәр тегеү, биҙәүес әйберҙәрен эшләүсе оҫталар ҡатнашты унда. Интернет аша илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ, Белоруссия, Канада, Испания, Швеция башҡорттары ла бәйләнештә булды. Башҡорт милли кейемдәренең күп төрлөлөгө, уларҙы тергеҙгән дизайнерҙарҙың тарихи ысынбарлыҡтан тайпылмауы, биҙәктәрҙең башҡа милләт орнаменттары менән буталмауының мөһимлеге осрашыуҙың төп темаһы булды. Был тәңгәлдә Милли музейҙа тупланған экспонаттар тулы мәғлүмәт бирә. Төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә эштәре иң яҡшыһы тип табылған дизайнерҙың оҫтаханаһында эш ҡайнай. Александр Кирдякин Милли кейем көнө өсөн махсус коллекция – Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейемдәрен әҙерләгән.Сәйҙә Әхтәмова тамбурлы сигеү оҫталығына бала саҡтан эйә. Балаҡатайҙа тыуып-үҫкән оҫта яҡташтарының ижадын һаҡлаусы, уны киләсәккә еткереүсе.Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының сағыу вәкиле, күренекле диктор Флүрә Мурзина Александр Данилович әҙерләгән костюмдарҙың береһендә. Ул замансалаштырылып тегелгән. Шулай ҙа нағыштарҙа миллилек һаҡланған. Күренекле дизайнер Сәймә Хәсәнованың оҫтаханаһында ла эш ҡайнай. Заманса милли кейемдәр тегеүгә бихисап йылдарын арнаған оҫта башҡа рәссамдар менән дә хеҙмттәшлек итә. “Сәрби” ательеһында тегелгән кейемдәр һәр милли байрамдың биҙәге. Күренекле шәхестәр Сәймә Дамир ҡыҙының оҫталығына ышаныс менән ҡарай. Әүлиәләр тураһында яҙылған билдәле әҫәрҙәр циклы авторы Лира Яҡшыбаеваның булмышын ул ошондай ап-аҡ кейемдә күргән. Республикала милли кейемгә ҙур иғтибар бүленә. Тиҙҙән дизайнерҙар араһында үтәсәк бәйге был күренешкә асыҡ миҫал. Иң яҡшы милли кейем бәйгеһе тураһында Рәсәй. Башҡортостан каналының Хәйерле иртә, република! тапшырыуында төбәктең мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова иғлан итте. Милли кейем көнөн Евразия йөрәге V халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үткән Милли кейемдәр парады йомғаҡланы.Йыл да үткәрелеп килгән байрамда ҡатнашыр өсөн баш ҡалаға бөтә республиканан, сит өлкәләрҙән халыҡ йыйыла.Саҡырылған ҡунаҡтар парадтың шул тиклем сағыу һәм бындай күренеште тик Башҡортостанда ғына күреүҙәре тураһында һөйләй.Төрлө милләт көйҙәре яңғырай. Өфө амфитеатрына йыйылған халыҡтың бер көйҙө лә инҡар итмәй ихлас әйлән-бәйлән уйнауы – республикалағы рухи сәләмәтлек күрһәткесе. Һәр милләттең үҙ милли кейемен тегеү, кейеү, байрамдарҙа күрһәтеү һәм балаларында йолаларға, тарихына ҡарата һөйөү тәбиәләй алыу мөмкинлеге – милләт-ара татыулыҡты тәрбиәләүҙең нигеҙе.