Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды

Тулыраҡ: Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды

Салауат ҡалаһында водород етештереү буйынса ҡулайлама эшләй башланы. Был башҡорт б ензинын илдә иң яҡшылар рәтенә сығарасаҡ, тине Радий Хәбиров. “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе сиктәрендә водород етештереүҙе башлау тураһындағы документҡа республика башлығы ҡултамғаһын ҡуйҙы. Шулай уҡ, төбәк етәксеһе форумда ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Пандемияға бәйле ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, нефть һәм газ тармағы эшен туҡтатмайынса, иҡтисадтың артабанғы үҫешен тәьмин итте, тине Радий Хәбиров. Форум йола буйынса майҙа уҙғарылырға тейеш ине, әммә пандемия сәбәпле күсерелде. Башҡа йылдарҙан айырмалы күргәҙмәлә сит ил фирмалары ла юҡ, үҙебеҙҙең етештереүселәр генә ҡатнаша.