Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

Тулыраҡ: Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр иһә бөгөнгә бар һынауҙарҙы үткән, әҙерлек паспорттары тултырылған. Балалар учреждениеларын йылыта башлау коллективтарҙа йоғошло сир таралыуын иҫкәртә. Коронавирусҡа бәйле хәл ғәҙәттә көҙөн аҙған башҡа сирҙәрҙән һаҡланыуҙы талап итә. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, төбәктә грипҡа ҡаршы прививка 277 меңгә яҡын кешегә яһалған. Быйыл Башҡортостанда 2 миллион кешегә прививка яһау көтөлә. Өлкәндәргә вакцинаның 516 мең миҡдары һалынған, сиратта балалар өсөн тәғәйен вакцина партияһы көтөлә. Радий Хәбиров республикаға Ковид19-ға ҡаршы вакцина һатып алыу менән ҡыҙыҡһына.Донъяның байтаҡ дәүләттәрендә пандемияның икенсе тулҡыны башланыу сәбәпле буш өмөттәргә бирелмәй һаҡланыу сараларын хәстәрләү мөһим. Бөгөнгә республиканың 14 төбәгендәге 41 мәктәптең 853 уҡыусыһы карантин шартында. Карантинға оҙатылғандар араһында балалар баҡсалары төркөмдәре лә бар. 67 уҡыусы һәм уҡытыусыла коронавирус инфекцияһы раҫланған. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 3 мәктәп дистанцион белем биреүгә күскән. Урта-махсус белем биреү йорттарында иһә бөгөнгә йоғошло сир осраҡтары юҡ. Быныһы — республикала 13 сентябрҙә үткән берҙәм тауыш биреү көнө тураһында. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко: “Һайлау юғары кимәлдә үтте”, — тип белдерә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау ҙа, урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутат һайлау һөҙөмтәләре буйынса ла һайлаусыларҙың күпселек тауышын “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары алған. “Бөрө ваҡыты”, “Сылтыр шишмәләр паркы” һәм Ленин майҙаны. Бөрө, Бәләбәй һәм Ишембайҙа урынлашҡан был төҙөкләндереү проекттарын быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Хакимиәт башлыҡтары оператив кәңәшмәлә уңайлы ҡала мөхите проекттарында еңеүсе дәрәжәһенә өлгәшкән проекттарҙың әҙерлеге тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Заманса ял майҙандарын асыу тантаналары киң ойоштороласаҡ. Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй конкурсында быйыл еңгән 8 муниципалитетта проектлау эштәрен хәҙерҙән үк башларға тәҡдим итә. Ә Өфөләге Ағиҙел яр буйы майҙанын үҫтереү менән махсус эш төркөмө шөғөлләнәсәк. Уны республика башлығы үҙе етәкләргә ҡарар итә. Оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәт һөҙөмтәләре лә барланды. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, баҫыуҙарҙың 91 процентында ураҡ тамамланған. Башҡортостан аграрийҙары быйыл 3 миллион 700 мең тонна ашлыҡ әҙерләгән.